Презентация к уроку башкирской литературы "Гузель Ситдикова"
Cкачать презентацию: Презентация к уроку башкирской литературы "Гузель Ситдикова"
Презентация по слайдам:
Слайд #1
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы — башҡорт шағиры, прозаик,
публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре

Слайд #2
Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017). 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.

Слайд #3
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған.
Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй

Слайд #4
Ижады
Гүзәл Ситдиҡова ун ике китап авторы.
«Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, башҡортса Википедия үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра.
2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» китабы .
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде
Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде.
Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды.
2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

Слайд #5

Слайд #6

Слайд #7

Слайд #8

Слайд #9

Слайд #10
