Презентация по башкирской литературе
Читать

Презентация по башкирской литературе "Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество"

Cкачать презентацию: Презентация по башкирской литературе "Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество"

    Ничего не найдено.
Click here to cancel reply.

Презентация по слайдам:


Слайд #1

Шәйехзада Бабич
ижады һәм тормош юлы
Башҡарыусыһы:
Хәсәнова Көнһылыу Бикйән ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы

Слайд #2

Шәйехзада Бабич
(1895-1919)
Шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте 
(1917—1919) ағзаһы

Слайд #3

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған

Слайд #4

Атаһы Мөхәмәтзакир
Башланғыс белемде тыуған ауылында,
атаһы, Әсән мәхәлләһенең
указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың
мәҙрәсәһендә ала.

Слайд #5

1910-1911 йылдарҙа Ҡаҙағстанда
Дүсәнбай ауылында ҡаҙаҡ балаларын
уҡыта.

Слайд #6

1911-1916 Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә»
мәҙрәсәһендә уҡый.
Унда ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған
«Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле
журналдарҙы сығарыуҙа ҡатнаша.

«Ғәлиә» мәҙрәсәһе

Слайд #7

1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен
тамамлағас, Ырымбур губернаһы
Троицк ҡалаһында өсөнсө мәсет
янындағы мәҙрәсәлә уҡыта,
«Аҡмулла» журналын сығарыуҙа
ҡатнаша,артабан «Ҡармаҡ»
сатирик журналында эшләй.

Слайд #8

1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарына
делегат була.
III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында,
1917 йылдың 18 декабрендә,
Шәйехзада Бабич инициативаһы менән
демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын»
мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе
ойошторола.
1919 йылдың 21 февралендә уҙған I Бөтә
башҡорт хәрби съезының секретары була.
1919 йылдың 25 февралендә Башревкомдың
матбуғат бүлеге хеҙмәткәре итеп
тәғәйенләнә. 
 


Слайд #9

1919 йылдың 28 мартында 
Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер
кантоны Йылайыр ауылында,
типографияны күсереү эштәре менән
шөғәлләнгәндә, шағир Ғәбделхәй
Иркәбаев менән берлектә 1-се
Смоленск уҡсылар полкының ҡыҙыл
армеецтары тарафынан үлтерелә. 


Слайд #10

1995 йылда шағирҙың тыуған яғында — 
Дүртөйлө районы Әсән ауылында 
Шәйехзада Бабич музейы асылған
Хәтер

Слайд #11

Әсәндә, Йылайырҙа, Сибайҙа һәм 
Мишкә районы Ҡыйғыҙтамаҡ ауылында
 шағирға бюст ҡуйылған.
Сибай ҡалаһындағы бюст

Слайд #12

Шәйехзада Бабичтың ижады һәм тормошо
хаҡында тулы метрлы «Бабич» нәфис
фильмы төшөрөлөп, 2017 йылдың
 апреленда прокатҡа сыҡты
(режиссеры —Булат Йосопов)

Слайд #13

2019 йылдың июнендә
Өфөлә башҡорт шағиры
Шәйехзада Бабичҡа
һәйкәл асылды

Слайд #14

Ижады
Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн;
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле, көләс халҡым өсөн.

Иламайым мин көндәрем
һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.

Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.
1914


Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.

Сәскә төҫлө йырҙарымды
Йырламайым зауҡым өсөн;
Йырлайым тик сәскәләй
Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.

Халҡым өсөн

Слайд #15

1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында
сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы —
«Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә.


Слайд #16


Янып-көйөп, бәғерем өҙгөләнеп,
Ләғнәт уҡыйым, кемгә —
белмәйем,
«Килер микән аҡ көн беҙгә лә?» тип,
Уралҡайға ҡарап илайым.

Күрәм: үҙ олпатын боҙмай һаҡлап,
Урал ята әкрен, тын ғына;
Ала шунда йәнде тынлыҡ ҡаплап,
Килә башлай тәмле уй ғына...

Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан
Ырыҫ, бәхет, өмөт йырҙарын;
Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән,
Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын.

1916



Йөрөгән саҡта башҡорт
туғайҙарын
Йәнем әллә ҡайҙа елкенә;
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.

Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры — гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем — гүрестан.

Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа
Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,
Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,
Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар.


Көтәм

Слайд #17

Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, тине ай,
Ал да сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.

1916
Кем өсөн