Презентация
Читать

Презентация "Башҡорт халҡының милли аштары"

Cкачать презентацию: Презентация "Башҡорт халҡының милли аштары"

    Ничего не найдено.
Click here to cancel reply.

Презентация по слайдам:


Слайд #1

















Башҡорттарҙың милли аштары







Слайд #2

Слайд #3



Сәксәк– башҡорттарҙың традицион милли ҡамыр аштарының береһе.
Сәксәк – башҡорт халҡының яратҡан ризығы. Һыбай сабып барған ваҡытта тиҙ генә, эйәрҙән дә төшөп тормай ашап алыу мөмкинлеге биргән был аҙыҡ, тормошоноң күп өлөшөн атта үткәргән башҡорт өсөн бик ҡиммәт булған.
СӘКСӘК

Слайд #4

Ҡыҫтыбый – башҡорттарҙың боронғо милли ризығы. Ҡыҫтыбый – боронғо төрки телендәге «ҡыҫты» һүҙенән килеп сыҡҡан, тип фаразлайҙар, йәғни эш барышын аңлатҡан «ҡыҫтырырға», «тығырға».
ҠЫҪТЫБЫЙ

Слайд #5

ҠОЙМАҠ
Ҡоймаҡ — башҡорт милли кухняһының органик өлөшө. Уның рецебында малсылыҡ һәм игенселек кәсебе элементтары ла бар.
Ҡоймаҡ ондан әҙерләнгән тәүге ризыҡ булыуы ихтимал һәм уның тамырҙары бик боронғо. Ҡоймаҡтың төрҙәре Евразияның славян, төрки, фин-уғыр кеүек барлыҡ халыҡтарында ла бар.

Слайд #6

Бәлеш, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Эслек һалып сөсө ҡамырҙан бешерелгән өҫтө ябыҡ түңәрәк ризыҡ. Эслек өсөн ит, ҡаҙ үпкә‑бауыры, ярма , йәшелсә (картуф, ҡабаҡ), татлы .Бәлеш өсөн емеш‑еләк (балан, ҡайын еләге) ҡулланыла. Итһеҙ бәлеш мул итеп май ҡушып әҙерләнә. Итле бәлеш табынға эҫе көйө ултырталар







БӘЛЕШ

Слайд #7

Ҡаҙылыҡ – башҡорттарҙың бик борондан килгән ҡәҙерле һый-хөрмәт ризығы. Был ашамлыҡ тик йылҡы итенән һәм эс майынан әҙерләнә. Ҡаҙылыҡ өсөн һимеҙ  һум ите алына. Итте ваҡлап турағыҙ ҙа тоҙ, борос һибеп, улар һеңһен өсөн яҡшылап аралаштырығыҙ.

ҠАҘЫЛЫҠ

Слайд #8

БИШБАРМАҠ
Башҡорттарҙың традицион аҙығында һурпалы аш ҙур урын алған. Уларҙың араһында иң таралғаны һәм милли аш булараҡ билдәлеһе - бишбармаҡ. Бишбармаҡ—төрки халыҡтарында киң таралған һимеҙ иттән, һалманан әҙерләнгән ризыҡ.

Слайд #9

Ҡымыҙ – әсетелгән һөт эсемлеге.
Уны бейә һөтөнән етештерәләр. Ҡымыҙ донъя кимәлендә Урта Азия, Ҡара диңгеҙ буйы һәм Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш төбәгендә төйәк итеүсе күсмә халыҡтар мәҙәниәтенән билдәле. Башҡортостан тарихи йәһәттән ҡымыҙ эшләү һәм ҡымыҙ менән дауалау төбәге булараҡ билдәле. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостан ҡымыҙҙың шифалы сифаттарын үҙендә тойорға теләгән билдәле шәхестәрҙең теләп килгән урынына әүерелә. Антон Чехов, Сергей Аксаков, Лев Толстой, Марина Цветаева башҡорт төпкөлөндә ҡымыҙ менән дауаланыуҙары хаҡында яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған.
ҠЫМЫҘ

Слайд #10


Ҡорот – төрки халыҡтары араһында иң киң танылған һөт ризыҡтарының береһе. Ул төрки телендәге "ҡыры" йәки "ҡоро" һүҙенән килеп сыҡҡан. Башҡорт ҡорото үҙенең сифаты, айырым бер тәме һәм файҙалы үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Был беҙҙең ерҙәрҙең күп үләнле булыуына һәм һыйырҙарҙың ошолар менән туҡланыуына бәйле.
ҠОРОТ

Слайд #11



Ҡатыҡ - башҡорт милли кухняһының нигеҙе. Башҡорт өсөн ҡатыҡ аҙыҡ ҡына түгел, унан да ҡиммәтерәк.
Был киң билдәле милли эсемлек элек-электән шифалы һаналған. Ҡатыҡтан бик күп төрлө ризыҡ әҙерләйҙәр. Бөрйән районының ауылдарында һәм башҡа райондарҙа май ҡатығы байрамы ойошторола.

ҠАТЫҠ

Слайд #12

Б У Ҙ А
Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло  ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. 

Слайд #13

Айран, башҡорт аш‑һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек. Һыу ҡушылған әсе ҡатыҡтан ғибәрәт. Башҡортостандың көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡты ла Айран (май айраны) тип йөрөтәләр.

АЙРАН

Слайд #14

ЭРЕМСЕК
ЭРЕМСЕК, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Айыртылған йәки айыртылмаған, әсегән йәки ойотолған һыйыр һөтөн ҡайнатып эшләнә. Алынған эремсек һымаҡ массаны иләктән үткәрәләр, киндер тоҡҡа һалып һарҡыталар йәки ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуялар. Һирәгерәк уны мейестә әсегән, ҡайнатылған йәки яңы һауылған һөттән яһайҙар. Оҙаҡ һаҡланған ҡоро эремсекте эшләү өсөн эремсек массаһын һыуы быуланып бөткәнсе һәм ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡайнаталар. Ҡайнап етер алдынан яңы бешелгән йәки һары май, шә­кәр йәки бал өҫтәйҙәр.

Слайд #15

Башҡорт балы донъя  кимәлендә лә ҙур  урын биләй.
  Башҡорт балы- күп һанлы йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр еңеүсеһе.
Беренсе тапҡыр башҡорт балы 1900 йылда Францияла   Бөтә Донъя Париж йәрминкәһендә алтын миҙал менән бүләкләнә.

БАШҠОРТ БАЛЫ

Слайд #16

ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН, РӘХМӘТ!