Презентация по башкирскому языку на тему "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡ ҡалаһы"
Cкачать презентацию: Презентация по башкирскому языку на тему "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡ ҡалаһы"
Презентация по слайдам:
Слайд #1
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡ

Слайд #2
…1941 йылдың 22 июнь салт аяҙ иртәһе. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таралды: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде… Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып 1418 көнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы башланды...

Слайд #3
Был көндө Стәрлетамаҡ ҡалаһында колхоз малдары өсөн мал аҙығы әҙерләү буйынса өмә иғлан ителә.
Ҡала халҡының ҡайһылары мал аҙығын әҙерләүҙә, ҡайһылары ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағында.
Кис ҡайтыуҙарына ҡот осҡос хәбәр: «Һуғыш!». Ҡала урамдарында осраған һәр кеше бер үк хәбәр тарата: «Ишеттегеҙме? Һуғыш башланған! Һуғыш!»

Слайд #4
Июль башында Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты уҡытыусылары, студенттар һәм уҡыусылар өсөн митинг уҙғарыла.
Был митингта Институт шарттарында Ҡыҙыл Тәре Рәсәй ойошмаһы ҡала комитеты тарафынан санитарҙар һәм шәфҡәт туташтарын әҙерләү буйынса ҡыҫҡа сроклы курстар уҙғарырға тигән ҡарар сығаралар.

Слайд #5
Дәһшәтле һуғыш йылдарында стәрлета-маҡлылар тылда «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!», «Фашист оккупанттарына — үлем!» тигән лозунг аҫтында ал-ял белмәй тырышып эшләй.

Слайд #6
..
1942 йыл башында һәр хеҙмәт коллективтарында фронт бригадалары төҙөлә.
Бригадала булған һәр кеше өс кешелек продукция етештерә: бер норманы үҙ исеменән етештерһә, ике норманы фронтҡа киткән иптәштәре исеменән…

Слайд #7
Фронт өсөн ҡала халҡы бар булған мөлкәтен, биҙәүестәрен тапшыра.
1945 йылдың 27 ғинуарына стәрлетамаҡлылар оборона фондына аҡсалата, алтын-көмөшләтә 7 млн. һумлыҡ ярҙам йыя.

Слайд #8
1941 йылға тиклем Стәрлетамаҡта
2 ҙур предприятие - тирмән комбинаты һәм күн заводы эшләп килә.
Ә һуғыш йылдары осоронда ҡалала сәнәғәт ныҡлап үҫешә.

Слайд #9
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Стәрлетамаҡ ҡалаһына бик күп сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана:
1. Сода һәм цемент заводы
2. «Ҡыҙыл пролетарий» заводы
3. Ленин исемендәге Одесса станоктар төҙөү заводы
4. Мәскәү аяҡ кейеме фабрикаһы
5. Воронеж дәүләт драма театры
6. Мәскәү, Түбәнге Новгород ҡалаларынан һөнәрселек училищелары

Слайд #10
Фронт заказы буйынса ҡаланың бар предприятиелары әүҙем эшләй.
Станоктар төҙөү заводы коллективы
фронтҡа бик тос өлөш индергәне өсөн
Ленин ордынына лайыҡ була.
Станоктар төҙөү заводы

Слайд #11
«Ҡыҙыл партизан» артелендә берләшкән 150 һаулығы сикләнгән инвалид, фронтҡа телогрейкалар, быйма, тун һәм гимнастеркалар әҙерләйҙәр. Артель ағзалары бынан тыш, үҙ сығымдарына фронт өсөн хәрби самолет, танк һатып алалар, өс баш аттың икәүһен ебәрәләр.
«Ҡыҙыл партизан» артеле

Слайд #12
«Ҡыҙыл пролетарий» заводына һуғыш осоронда етештергән продукция өсөн өс тапҡыр Оборона дәүләт комитетының Ҡыҙыл байрағы тапшырыла.
«Ҡыҙыл пролетарий» заводы

Слайд #13
1943йылдың 23 февралендә «Авангард» заводы сафҡа инә. Завод «Катюшаға» дары заряды етештереүсе төп предприятие булып тора. Дәүләт заказын һәр ваҡыт пландан артығыраҡ үтәй.
«Авангард» заводы

Слайд #14
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан Бөйөк Ватан һуғышында 16150 кеше ҡатнаша.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 6 меңдән артыҡ кеше дәүләт наградаларына лайыҡ була.
Стәрлетамаҡтан киткән 25 һалдат Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ ала.

Слайд #15
Челов Николай Михайлович (1909 йыл – 9 декабрь 1943 йыл). 1331-се полк командиры (318-се тау атыу дивизияһы, 18-се армия, Төньяҡ-Кавказ фронты)
1943 йылдың 9 декабрендә ул етәкләгән полк Керчь ҡалаһы янындағы Митридат тауында 318- се горнострелковый дивизияны ҡамауҙа тотҡан дошман оборонаһын өҙә.
Подполковник Челов атаканы үҙе етәкләй һәм был алышта мәрхүм була. Керчь ҡалаһында үҙәк урамдарҙың береһе Челов исемен йөрөтә.

Слайд #16
(1918 йыл - 31 май 1944 йыл)
Бөйөк Ватан һуғышы яугире, өлкән сержант,
Советтар Союзы Геройы.
1944 йылдың 31 майында румындарҙың Яссы ҡалаһынан төньяҡтараҡ, дошман танкын, бер нисә ут нөктәһен юҡ итә. Яуҙың ҡыҙыу осоронда, совет һалдаты уны уратып алған гитлерсыларҙы һәм үҙ – үҙен граната менән шартлата. Яу яланында күмелгән.
Суханов Николай Иванович

Слайд #17
(15 сентябрь 1919 йыл - 14 март 1945 йыл)
Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, авиация полкының эскадрилья командиры, майор.
Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Пантелькин Анатолий Александрович

Слайд #18
(6 октябрь 1922 йыл — 12 октябрь 1944 йыл)
Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир.
Айырым инженер-танк полкының траллаусы танкылар взводы командиры,
өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Ноғоманов Дәйләғи Сирай улы

Слайд #19
(9 июнь 1917 йыл — 14 май 1943 йыл)
Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры,
гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Кочетов Иван Данилович

Слайд #20
Стәрлетамаҡтан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 8590 кеше һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған

Слайд #21
Ҡалабыҙҙың 4 урамы – Советтар Союзы геройҙары - ҡаһарман яҡташтарыбыҙ исемен йөрөтә:
Кочетов урамы
Ноғоманов урамы
Пантелькин урамы
Суханов урамы

Слайд #22
Ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр эшләнелгән.
Октябрь проспектында - «Мәңгелек Ут» мемориаль ансамбле

Слайд #23
Еңеүгә 55 йыл тулыу айҡанлы Георгий Жуков скверында Геройҙар аллеяһы асылды.
Бында яҡташтарыбыҙ Советтар Союзы геройҙары бюстары ҡуйылды.

Слайд #24
Һуңыраҡ был Георгий Жуков скверында яуҙа вафат булған яҡташтарыбыҙ исемлеге менән иҫтәлекле стела асылды.

Слайд #25
Бөйөк еңеүгә 75 йыл!
Ҡырҡ биштең яҙ башына
Йырағайһа ла ара,
Еңеү көнөнөң ҡәҙере
Кәмемәй , арта бара.
